ГОНЧАР Олесь (Александр Терентьевич; 3.4.1918, Полтава губ. Суха а. –14.7.1995, Киев), яҙыусы. Украина ССР-ы ФА акад. (1978). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). 1959—86 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, бер үк ваҡытта 1971 й. тиклем Украина ССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышы т-дағы “Ер геүләй" (“Земля гудит"; 1947), “Партизан осҡоно" (“Партизанская искра"; 1956) повестары, “Кеше һәм ҡорал" ("Человек и оружие"; 1960) романы авторы. “Байраҡсылар" (“Знаменосцы") трилогияһына ингән “Зәңгәр Дунай" (“Голубой Дунай"; 1947) романында Г. ҡыйыу яугир – миномёт ротаһы старшинаһы башҡорт Вася Багиров образын тыуҙырған. Ленин (1964), Сталин (1948, 1949) пр., СССР Дәүләт пр. лауреаты.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018