ГАЛЕ, көнсығыш кәзә үләне сорты. 20 б. 80‑се йй. С.Н.Симонов, Ж.А.Яртиева (В.Р.Вильямс ис. мал аҙығы ҒТИ, Лобня ҡ.), Х.А.Райг (Эстония ер эшкәртеү һәм мелиорация ҒТИ, Саку ҡсб.) тарафынан көнсығыш кәзә үләненең тәбиғи популяцияһынан күмәк һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1—1,5 м, эсе ҡыуыш, төҙ, 7—14 быуын араһы менән. Япраҡлылығы 68—78%. Япрағы эре, ҡатмарлы, парһыҙ ҡаурый һымаҡ, түбәнге яруста йомортҡа рәүешендәге һәм өҫкөһөндә оҙонса йомортҡа рәүешендәге 9—15 япраҡтан тора. Сәскәлеге – һирәк төҙ тәлгәш. Борсағы таҫмалы, аҙ бөгөлгән, осона табан ныҡ тарайған, асыҡ йәки ҡуйы көрән төҫтә. Орлоғо бөрө рәүешендә, һары. 1000 орлоғоноң ауырлығы 6,5—9,5 г. Дым яратыусан, ҡышҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙарға ҡаршы тора алыуы, иртә үҫеүе м‑н айырыла. Уңдырышлылығы (ц/га): бесән – 212,4; орлоҡ – 7,8 (икеһе лә — 2 сабыуҙа); йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 24,6% сей протеин бар (Балтас сорт һынау участкаһы, 1986). БАССР б‑са 1988 й. ҡулланылышҡа индерелгән, тау-урман зонаһында, урманлы‑далалы ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика