ҒӘЙНАНОВА Нурия Камалетдин ҡыҙы (28.3.1942, Прокопьевск ҡ.), физиолог. Биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1995). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Семипалатинск зоотехния-ветеринария ин‑тын тамамлаған (1964). Фәнни тикшеренеүҙәре кеше һәм хайуандарҙың физиологияһы мәсьәләләренә арналған. Ғ. аҙ дозалағы фосфорорганик пестицидтарҙың хайуандарҙың морфологияһына һәм нәҙек эсәктәренең лимфа һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә оҙайлы тәьҫирен өйрәнә. Ғ. етәкс. балалар һәм үҫмерҙәрҙең физиологик үҙенсәлектәренә экологик, соц. һ.б. факторҙарҙың йоғонтоһо өйрәнелә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

 Х е ҙ м.: Гепатоцеллюлярная недостаточность и её коррекция. Тюмень, 2000 (авторҙ.); Техногенные воздействия на физиологию животных. Тюмень, 2000 (авторҙ.); Физиолого‑гигиеническое обоснование инновационного обучения детей и подростков. Бийск, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика