ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы (9.1. 1933, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) 1958 й. тиклем Бөрө пед. ин‑тында уҡыта, 1963 й. алып БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең тарихи грамматикаһына, һүҙьяһалыштың һәм лексиканың функциональ- когнитив аспекттарына, урыҫ телен һәм башҡа славян телдәрен сағыштырып өйрәнеүгә арналған. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ урыҫ теленең бер нисә функциональ- когнитив һүҙлеге авторы.

Х е ҙ м.: Сложные слова и исходные словосочетания с глагольным компонентом в русском и сербохорватском языках. Саратов, 1989; Функциональное словообразование русского языка. Уфа, 1998 (авторҙ.); Функционально-когнитивный идеографический словарь русского языка (языковая картина мира): в 2 ч. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Т.Ә.Килдебәкова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика