Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/A/ADMIN_TERRIT_U1.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/A/ADMIN_TERRIT_U2.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/A/ADMIN_TERRIT_U1.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/A/ADMIN_TERRIT_U2.jpg'

АДМИНИСТРАТИВ‑ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШ, дәүләттең терр. берәмектәргә (губерналар, провинциялар, өйәҙҙәр һ.б.) бүленеше, дәүләт власы органдары (ҡара: Урындағы идаралыҡ, Урындағы үҙидаралыҡ) системаһы уға ярашлы төҙөлә һәм эшләй. 19 б. тиклем Башҡортостандың А.‑т.ҡ. нигеҙен башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо, ер биләү һәм ерҙе файҙаланыуҙың традицион системаһы тәшкил итә. Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң Башҡортостан Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы составына инә.

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Башҡортостандың төп өлөшө Ҡазан өйәҙе составына инә, 16 б. аҙ. Өфө өйәҙенә айырыла, ул даруға һәм улустарға бүленә һәм воевода тарафынан идара ителә (ҡара: Воевода идаралығы). Төньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ Башҡортостан (ике “Үрге Өфө улусы”) м‑н Чердын һәм Верхотур воеводалары, көнсығыш Башҡортостан м‑н Тубыл һәм Төмән воеводалары хакимиәте идара итә. Башҡортостан м‑н дөйөм идара итеү 18 б. башына тиклем Ҡазан һарайы приказы һәм Себер приказы м‑н тормошҡа ашырыла. 1708 й. губерна реформаһы б‑са Өфө өйәҙе Ҡазан губернаһы, Башҡортостандың Урал аръяғы (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары) Себер губернаһы составынаинә. 1719 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1712—15 йй.) өйәҙ, Кама аръяғы сик һыҙығы һәм Уҫы ҡәлғәләренән башҡа, Өфө провинцияһына (1728 й. тиклем һәм 1734—40 йй. Ҡазан губернаторы, 1728—34 йй. Сенат ҡарамағында була) үҙгәртелә. Провинция м‑н воевода (1740—44 йй. вице‑губернатор) идара итә һәм бер үк ваҡытта 1735 й. алып ул Башҡорт эштәре комиссияһына һәм Ырымбур комиссияһына [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)] буйһона.1737 й. Себер губ. составында Исәт провинцияһы ойошторола, ул төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығыш Башҡортостанды үҙ эсенә ала. 1744 й. Ырымбур губернаһы ойошторола, уның составына Исәт һәм Өфө провинциялары, Ырымбур провинцияһы һәм Ставрополь провинцияһы инә. 1781 й. 23 дек. указға ярашлы Ырымбур губ. Өфө наместниклығы итеп үҙгәртелә, ул Өфө (Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмәөйәҙе, Бөрөөйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Минзәләөйәҙе, Өфө өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе) һәм Ырымбур (Быҙаулыҡ өйәҙе, Сергиевск өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур өйәҙе) өлкәләренән тора. Өфө наместниклыҡ үҙәгенә әүерелә. Боғорослан биҫтәһе, Бөгөлмә биҫтәһе, Бөрө, Быҙаулыҡ ҡәлғәһе, Бәләбәй, Минзәлә, Сергиевск, Силәбе ҡәлғәһе, Стәрлетамаҡ, Верхнеурал ҡәлғәһе, Ырымбур өйәҙ ҡалалары дәрәжәһенә күтәрелә. 1784 й. үҙәге Троицк ҡ. булған Троицк өйәҙе ойошторола. 1796 й. дек. Өфө наместниклығы 10 өйәҙ (Бәләбәй, Боғорослан һәм Сергиевск өйәҙҙәре бөтөрөлә) составында Ырымбур губ. итеп үҙгәртелә. 1797 й. 23 мартындағы указға ярашлы Ырымбур — губерна, Өфө өйәҙ ҡалаһы тип иғлан ителә. 1802 й. мартынан Өфө Ырымбур губ. м‑н идара итеү үҙәгенә һәм губерна ҡалаһына әүерелә, бында гражданлыҡ идаралығы туплана; хәрби губернатор Ырымбурҙа урынлаша. 1804 й. Бәләбәй һәм Боғорослан өйәҙҙәре тергеҙелә.

18 б. аҙ. башҡорттар Ырымбур губ. ситтә Пермь губернаһы (Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Пермь өйәҙе, Уҫы өйәҙе, Шадрин өйәҙе), Вятка губернаһы (Алабуға өйәҙе, Сарапул өйәҙе), Һарытау губернаһы (Вольск, Хвалынск һәм Хотинск өйәҙҙәре), 1851 й. алып Һамар губернаһы (Боғорослан, Бөгөлмә һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре) составында тупланып йәшәй. Башҡортостандың А.‑т.ҡ. сираттағы этабы 1798 й. 10 апр. указға ярашлы идара итеүҙең кантон системаһын индереү була. 11 башҡ. (1803 й. алып — 12, 1847 й. башлап — 13) һәм 5 мишәр (1847 й. алып — 4) кантоны, 5 Ырымбур казактары һәм 2 Урал казактары кантоны ойошторола. Кантондар ауыл төркөмдәренән торған йорттарға бүленә: 1798 й. 103 йортҡа 20908 башҡ. хужалығы инә. Идара итеүҙең кантон‑йорт системаһы м‑н бер рәттән өйәҙ‑улус системаһы ла йәшәй. 1865 й. 31 майындағы һәм 2 июлендәге указдар м‑н Ырымбур губернаһынан Өфө губернаһы (Бөрө, Бәләбәй, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре, Златоуст өйәҙе) һәм Ырымбур губ. (Силәбе, Троицк, Верхнеурал, Ырымбур өйәҙҙәре, Орск өйәҙе) ойошторола. Башҡортостандың төп өлөштәре губерна, өйәҙ һәм улус булып 1865 й. раҫланған А.‑т.ҡ. 1917 й. дек. тиклем үҙгәрмәй (ҡара: карта).

Революция (1917) башланғас губерна учреждениелары системаһы һаҡланып ҡала, губернаторҙар Ваҡытлы хөкүмәт губерна комиссарҙарына, 1917 й. окт. алып губерна башҡарма ком‑ттарына (ҡара: Өфө губерна революцион комитеты, Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты) алмаштырыла. Был осорҙа Өфө һәм Ырымбур губ. Башҡорт өлкә бюроһы, Башҡорт мәркәз шураһы, Башҡорт хөкүмәте, йәмәғәт именлеге комитеттары, эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтары (ҡара: Совет власы), Мосолман хәрби‑революцион комитеты, Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы һ.б. эшләй. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. дек.) ҡарары б‑са автономиялы Башҡортостан 9 кантонға һәм 73 улусҡа (1919 й. башына ҡарата — ярашлы рәүештә 13 һәм 151) бүленә. 1919 й. 20 мартында “Үҙәк Совет власы м‑н Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” документына ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә АСБР составына Ырымбур губ. Верхнеурал, Ырымбур, Орск, Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәре; Өфө губ. Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре; Екатеринбург губернаһының Екатеринбург, Красноуфимск һәм Шадрин өйәҙҙәре улустары; Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙенең Йомран‑Табын улусы инә. Респ. 13 кантонға (Арғаяш кантоны, Бөрйән‑Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны, Ҡошсо кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамъян‑Ҡатай кантоны, Туҡ‑Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны, Ялан кантоны) һәм 134 улусҡа бүленә; 1921 й. башына ҡарата — 12 кантонға (1919 й. июнендә Ете ырыу һәм Ҡыпсаҡ кантондары Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонына, 1919 й. сент. Дыуан һәм Ҡошсо кантондары Дыуан‑Ҡошсо кантонына берләштерелә, 1921 й. ғин. Стәрлетамаҡ кантоны ойошторола). Баш ҡала итеп Бөрйән‑Түңгәүер кантонының Темәс а., 1919 й. 21 авг. алып Стәрлетамаҡ ҡ. (ул АСБР составына Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1920 й. 12 авг. декреты м‑н индерелә) иғлан ителә. Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты дәүләт власының юғары органы була. Кантон һәм улустарҙа революцион һәм башҡарма ком‑ттар төҙөлә. Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының 1‑се Бөтә башҡ. съезында (1920 й. июле) респ. дәүләт власы органдары төҙөлә, уның төп органдары Советтарҙың Бөтә башҡ. съезы һәм Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты (1938 й. алып — БАССР Юғары Советы һәм БАССР ЮС‑ы Президиумы), ХКС (1946 й. июненән — Министрҙар Советы) була. Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1922 й. 14 июнендәге “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында” декреты һәм БашҮБК‑ның 1922 й. 5 окт. ҡарары б‑са Башҡ. респ. (Бәләкәй Башҡортостан) составына Өфө губ. (Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1920 й. 27 май декреты б‑са ТАССР составына бирелгән Минзәлә өйәҙенән башҡа; ҡара: Оло Башҡортостан) инә. БАССР 8 кантонға (Арғаяш кантоны, Бөрө кантоны, Бәләбәй кантоны, Йылайыр кантоны, Мәсәғүт кантоны, Стәрлетамаҡ кантоны, Өфө кантоны, Тамъян‑Ҡатай кантоны), 296 улусҡа һәм 3698 ауыл советына бүленә, баш ҡала Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерелә.

20 — 30‑сы йй. башында адм. үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә респ. Силәбе губернаһы (Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1922 й. 17 авг. “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен өҫтәмәүҙгәртеү тураһында”, 1923 й. 1 мартындағы декреттары, Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1934 й. 17 ғин. ҡарары һ.б.), Һамар губ. (Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1921 й. 3 окт. ҡарары), Екатеринбург губ. (Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1923 й. 1 мартындағы декреты һ.б.), Ҡырғыҙ АССР‑ы (Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1923 й. 1 марты һәм 1924 й. 21 окт. декреттары, Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1927 й. 9 майындағы ҡарары һ.б.), Урал өлкәһе (Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1923 й. 14 нояб. ҡарары, Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1925 й. 16 февр. ҡарары, Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1926 й. 7 июнендәге, 1929 й. 29 июлендәге, 1930 й. 30 ғин. һәм 30 апр. декреттары һ.б.) м‑н сиктәре билдәләнә. 1930 й. реформаға тиклем төп адм.‑терр. берәмек булып кантондар, улустар һәм ауыл советтары тора. БашҮБК‑ның 1923 й. 24 ғин., 10 февр., 13 апр. һәм 1924 й. 31 ғин. ҡарарҙары б‑са улустарҙы эреләтеү үткәрелә (296 улустан һәм 3272 ауыл советынан 117 улус һәм 2280 ауыл советы ойошторола). 1926 й. 14 июнендә Бөтә Рәсәй ҮБК-ның БАССР‑ҙың А.‑т.ҡ. төп принциптарын раҫлау т‑да декреты сығарыла. Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1930 й. 20 авг. ҡарары м‑н БАССР‑ҙа, кантондар һәм улустарҙы бөтөрөп, административ райондарға бүлеү индерелә (ҡара: табл.). 111 улустан торған 8 кантондан 48 район һәм 1297 ауыл советы ойошторола (ҡара: схема). Өфө туранан‑тура БашҮБК‑ға буйһоноусы үҙ аллы адм. берәмек итеп таныла; Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡҡ. район буйһоноуындағы ҡалалар иҫәбенә индерелә. 30—50‑се йй. респ. райондарҙы бүлгеләү үткәрелә, 1950 й. башына ҡарата уларҙың һаны 63 (Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1932 й. 20 февр., 1935 й. 31 ғин., 1937 й. 20 мартындағы ҡарарҙары, РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1939 й. 25 июнендәге, 1940 й. 10 февр., 1946 й. 20 мартындағы указдары һ.б.) була. СССР ЮС‑ы Президиумының 1952 й. 29 майындағы указы б‑са БАССР ике өлкәгә — Стәрлетамаҡ өлкәһенә (25 район) һәм Өфө өлкәһенә (38 район) бүленә, 1953 й. апр. улар бөтөрөлә. 1954—60 йй. колхоздарҙы эреләтеү, күп тармаҡлы а.х. артелдәре һәм яңы совхоздар ойоштороу сәйәсәте үткәреү барышында Башҡортостанда 450‑нән ашыу ауыл советы бөтөрөлә.

РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1963 й. 1 февр. указы м‑н БАССР‑ҙа 56 райондан 20 ауыл (1964 й. 3 мартынан — 24) һәм 1 сәнәғәт районы ойошторола. БР‑ҙың хәҙ. 54 районға бүленеше 1972 й. ҡарай (РСФСР ЮС‑ы Президиумының 1965 й. 29 ғин. һәм 4 нояб., 1966 й. 30 дек., 1968 й. 13 дек. һәм 1972 й. 31 мартындағы указдар) тамамлана һәм БАССР‑ҙың 1978 й. Конституцияһында нығытыла. БАССР ЮС‑ы Президиумының 1972 й. 11 февр., 29 марты һәм 26 майындағы, 1973 й. 9 марты һәм 25 окт. указдары м‑н ғәмәлдә булмаған күп ауылдар иҫәпкә алыу сығанаҡтарынан алып ташлана. 1993 й. БР Конституцияһы, БР‑ҙың 1993 й. 12 июлендәге, 2005 й. 20 апр. “Башҡортостан Республикаһының административ‑территориаль ҡоролошо тураһында” закондары тарафынан Башҡортостандың хәҙ. А.‑т.ҡ. билдәләнә, уның төп звенолары булып (2010 й. ҡарата) райондар (54), ҡалалар (21), ҡала тибындағы ҡасабалар (2), ауылдар (4532), ауыл биләмәләре (ауыл советтары; 828, ш. иҫ. ҡалалар составындағы — 9) тора.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке


     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.