ИҪКЕ ТАМЪЯН, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 705 кеше; 1920 — 768; 1939 — 677; 1959 — 447; 1989 — 277; 2002 — 218; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Тамъян улусы башҡорттары нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1730 й. алып Тамъян исеме м‑н билдәле. 1797 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр урынлаша. 1795 й. 45 йортта 222 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 84 йортта — 389 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.