ИҪКЕ ҠЫҘЫЛЪЯР, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Түб. Балтас а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 493 кеше; 1920 — 465; 1939 — 351; 1959 — 276; 1989 — 292; 2002 — 211; 2010 — 201 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Түб. Балтас урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Өфө‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала, 1762 й. алып Ҡыҙылъяр исеме м‑н билдәле. 1795 й. 43 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 43 йортта — 263 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. ҡарай Яңы Ҡыҙылъяр бүлендек ауылы (70‑се йй. юҡҡа сыға) айырылып сыҡҡандан һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке