ВОЛКОВА Екатерина Станиславовна (16.3.1964, Куйбышев өлк. Куйбышев ҡ.), патофизиолог. Биол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1992). 1989 й. алып Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй, 1997 й. — 2‑се Өфө мед. уч‑щеһында, 2000 й. алып БДАУ-ҙа уҡыта, 2009 й. башлап Башҡ. физик культура ин‑тының кеше морфологияһы һәм физиологияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре кешенең спортта экстремаль һәм патологик хәлен өйрәнеүгә арналған. В. тарафынан биологик актив матдәләр һәм дарыу препараттары (крезацин, оксиметилурацил һ.б.) ҡулланып ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын арттырыу (БР- ҙың а.х. индерелгән); һаулығында кәмселектәре булған спортсыларҙың морфофункциональ торошон тикшереү б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Морфофункциональные изменения в печени животных после действия ксенобиотиков. Уфа, 2001 (авторҙ.); Реактивные изменения в организме животных при патологии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Экспериментальные токсические гепатопатии и их коррекция. М., 2003. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика