ИҪКЕ ҠАЙЫНЛЫҠ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Ашайыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урын‑ лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 248 кеше; 1920 — 301; 1939 — 374; 1959 — 282; 1989 — 130; 2002 — 122; 2010 — 128 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1750 й. алып Ҡайын‑Гәрә исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. Ҡайынлыҡ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 22 йортта 133 кеше йәшәгән. 19 б. уртаһында Яңы Ҡайынлыҡ а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. (Яңы Ҡайынлыҡ халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) 103 йортта 596 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.