ИҪКЕ ВӘРӘШ, Яңауыл р-нындағы ауыл, Иҫке Вәрәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 459 кеше; 1920 — 589; 1939 — 501; 1959 — 368; 1989 — 302; 2002 — 314; 2010 — 285 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Югдон” удмурт халыҡ ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1720 й. һәм 1748 й. араһында Ҡазан даруғаһы Урман‑Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы удмурттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Вәрәш исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. 2‑се ярт. Яңы Вәрәш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 254 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 54 йортта — 383 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке