ИҪКЕ БИӘЗ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Яңы Субай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Биәз й. (Салдыбаш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 142 кеше; 1920 — 354; 1939 — 327; 1959 — 225; 1989 — 96; 2002 — 102; 2010 — 82 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙе Бүләкәй-Көҙәй улусы Башҡ. Шиҙеһе а. (хәҙ. Баш‑Шиҙе а.) кешеләре үҙ ерҙәрендә Биәз бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 26 йортта 125 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете булған. 20 б. башында Яңы Биәз бүлендек ауылы (60‑сы йй. тиклем булған) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке