ИҪКЕ АРТАУЫЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 599 кеше; 1920 — 672; 1939 — 550; 1959 — 412; 1989 — 236; 2002 — 183; 2010 — 209 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1745 й. алып Е(У)ртауыл исеме м‑н билдәле. 1795 й. 50 йортта 285 кеше йәшәгән, 1865 й. 94 йортта — 487 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 19 б. уртаһында Яңы Уртауыл а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.