ИҪКЕ АЛДАР, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 246 кеше; 1920 — 166; 1939 — 164; 1959 — 160; 1989 — 131; 2002 — 108; 2010 — 82 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып Алдар исеме м‑н билдәле. 1795 й. 19 йортта 78 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта — 206 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1849 й. Яңы Алдар бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке