ИҪКЕ СҮЛЛЕ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл, Иҫке Сүлле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Татар Сүллеһе й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 898 кеше; 1920 — 1097; 1939 — 1248; 1959 — 787; 1989 — 435; 2002 — 378; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан һам Байлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сүлле исеме м‑н нигеҙ һала, 1753 й. (керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар күсеп ултыра) алып билдәле. 1808 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр, 1811 й. хеҙмәтле татарҙар урынлаша. 1834 й. бында Бәләбәй өйәҙе Һарайлы‑Мең улусы Сүллесат а. һәм Минзәлә өйәҙенең Минзәлә улусы Күгәш а. (хәҙ. ТР‑ҙың Туҡай р‑ны) күсеп ултырған керҙәш башҡорттар теркәлгән. 1795 й. Оло Сүлле булараҡ иҫәпкә алынған, 12 йортта 130 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 476 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 19 б. башында Яңы Сүлле бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.