АҒЫНТЫ ҺЫУҘАР, көнкүреш ташландыҡтары, сәнәғәт ҡалдыҡтары м‑н бысранған һәм торама пункттар, сәнәғәт пр‑тиелары терр‑яларынан канализация системалары аша сығарылған һыуҙар. Бысраныу сығанағына ҡарап көнкүреш (хужалыҡ, йорт хайуандары һәм кеше тиҙәктәре), сәнәғәт (ҡайһы берҙәре икенсел ресурстар булып тора; ҡушылмалар миҡдары б‑са бысраҡ, сығарылыу алдынан таҙартылған, һәм шартлы таҙа, ағыҙып сығарылған йәки эшкәртелмәйенсә ҡабат ҡулланылғандарға айыралар) һәм атмосфера (ямғыр һәм ҡар һыуҙары; ш. уҡ урамдарға, ултыртылған йәшел үҫемлектәргә һибелгән һыуҙар) А.һ. айырыла. А.һ. таҙартыу дәрәжәһе һәм ағыҙып сығарыу шарттары “Ер өҫтө һыуҙарын ағынты һыуҙар менән бысраныуҙан һаҡлау ҡағиҙәләре” м‑н рәсмиләштерелгән, уларҙың үтәлешен РФ‑тың Һаулыҡ һаҡлау һәм ижт. үҫеш министрлығының санитария-эпидемиология органдары күҙәтә. Тирә‑яҡ мөхитте бысратыуға юл ҡуймау өсөн һыу менән тәьмин итеүҙең әйләнешле системалары йәки һыу м‑н тәьмин итеү һәм канализацияның йомоҡ (ағып сыҡмай торған) системалары булдырыла (ҡара: Ҡалдыҡһыҙ технология). Таҙартыу ҡоролмаларында ҡулланылған механик ысулдарҙың (тондороу, флотация һ.б.) һөҙөмтәлеллеге 50—70% тәшкил итә, химик (нейтралләштереү, активлаштырылған хлор м‑н окисландырыу һ.б.) — 80—90%, физик‑химик (активлаштырылған күмер м‑н адсорбциялау, ион алмаштырыусы ыҫмалалар м‑н сорбциялау, шыйыҡ фазалы экстракция һ.б.) — 90—95%, биол. таҙартыу — 85—95%; уларҙы рекуперациялау (А.һ. ҡиммәтле матдәләрҙе айырып алыу һәм артабан эшкәртеү) һәм деструкциялау (окисландырыу йәки ҡайтарылыу әүерелештәре аша тарҡатыу; деструкция продукттары газ йәки ултырма рәүешендә сығарыла) төрҙәренә айыралар. Йыл һайын эске һыу ятҡылыҡтарына һәм диңгеҙҙәргә 150 км3 А.һ., ш. иҫ. 40 км3 бөтөнләй таҙартылмаған көйө ағыҙып сығарыла.

Башҡортостанда химия, нефтехимия, нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм машиналар эшләү пр‑тиеларына һыу таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырылған. 20 б. 40‑сы йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда Б.А.Миткалёв етәкс. А.һ. составын тикшереү башлана, Ишембай, Өфө НЭЗ‑дарында таҙартыу ҡоролмаларының нефть продукттары концентрацияһы (50—300 мг/л) асыҡлана. 50‑се йй. аҙ. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда айырым (сәнәғәт ямғырының йыйылған һыуҙары, эмульсияланған һәм тоҙло А.һ. өсөн) канализация системалары (илдең бөтә НЭЗ‑дарында индерелгән), барометрик конденсаторҙар ярҙамында һыу м‑н тәьмин итеүҙең йомоҡ циклы (Яңы Өфө НЭЗ‑ы) эшләнә. 60‑сы йй. Өфө НЭЗ‑ында А.һ. механик һәм физик-химик юл м‑н таҙартыу өсөн тәжрибә һынау ҡоролмаһы (ҡеүәте 1—30 м3/сәғ) төҙөлә. Э.Г.Иоакимис етәкс. ҙур баҫым аҫтында барған флотация ысулы, ВПК‑402 полиэлектролиты (“Каустик” пр‑тиеһында етештереүгә индерелгән) уйлап табыла. 1961 й. башлап А.һ. биол. таҙартыу системаларын (1971 й. Белорусcияның Новополоцк НЭЗ‑ында төҙөлгән) эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 70‑се йй. уртаһында һыу м‑н тәьмин итеүҙең әйләнешле схемалары (Өфө, Новополоцк НЭЗ‑дарында индерелгән) эшләнә. 90‑сы йй. Р.Ғ.Ғәлеев етәкс. каталитик крекинг ҡулайламаһының сульфидлы технологик конденсатын фенолдан таҙартыу технологияһы, А.һ. таҙартыуҙың герметизацияланған системаһы (Өфө НЭЗ‑ы), һыу м‑н тәьмин итеүҙең әйләнешле системаһын индереү өсөн А.һ. биол. ысул ярҙамында өҫтәмә таҙартыу ҡоролмаларын (500 км3/сәғ) проектлауға технология регламенттары (Яңы Өфө НЭЗ‑ы) эшләнә. Өфө НЭЗ‑дарының ҡалдыҡ һыуҙарын физик-химик һәм биол. ысулдар м‑н таҙартыу системалары камиллаштырыла, Өфө һәм Атырау (Ҡаҙағстан) НЭЗ‑дарында эмульсиялы нефть шламдарын утилләштереү ысулдары индерелә. 2000 й. алып “ТАНЕКО” ААЙ (Түбәнге Кама ҡ.), Мәскәү НЭЗ‑ы һ.б. өсөн физик-химик, биол. таҙартыу ысулдарын, ш. уҡ ультрафильтрлау, кире йүнәлештәге осмос, электродиализ файҙаланып һыу таҙартыу ҡоролмаларын (уларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә һыу балыҡ хужалығы пр‑тиелары нормативтарына тура килә) проектлау алып барыла.

А.Б.Магид

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.