ВОЛГОНИИГИПРОЗЕМ” Волга дәүләт ер төҙөлөшө ғилми-тикшеренеү һәм проект-тикшеренеү институты. “В.” ин‑тының Башҡ‑н дәүләт ер төҙөлөшө проект‑тикшеренеү пр‑тиеһы 1961 й. Өфөлә “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑тының Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһы булараҡ асыла, 1969 й. алып “Росгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н бүлексәһе, 1975 й. — “В.” ин‑тының Башҡ‑н филиалы, 1990 й. — “ВолгоНИИгипрозем”, 2006 й. ябыла. БР‑ҙың а.х. пр‑тиеларын ер төҙөлөшө б‑са хеҙмәтләндерә. Пр‑тие составына техник, тикшеренеү, тупраҡ, һыҙым-биҙәү һ.б. бүлектәр ингән. 2000 й. 189 кеше эшләгән. 1976—90 йй. 14062 мең га ерҙең план‑картография материалдары яңыртыла; а.х. тәғәйенләнешендәге 8249 мең га ергә инвентаризация үткәрелә; тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең 4052 мең га тупраҡты тикшереү, 2000 мең га геоботаник тикшереү уҙғарыла; Башҡорт АССР‑ның тупраҡ картаһы (1988), 13 райондың — тупраҡ һәм 50 райондың геоботаник картаһы төҙөлә; 640 мең га ауыл хужалығы ерҙәрен тулыһынса яҡшыртыу, 3,2 мең га боҙолған ерҙәрҙе яңыртыу, 16,5 мең га баҫыу һаҡлаусы урман һыҙаттары булдырыу, эрозияға ҡаршы гидротехник ҡоролмалар төҙөү өсөн эш проекттары төҙөлә; 10 район өсөн ерҙәрҙе боҙолоуҙан һаҡлау (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы) программаһы эшләнә. 770 хужалыҡтың ерҙәренә баһа бирелә (ҡара: Тупраҡты бонитировкалау); 821 хужалыҡтың ер төҙөлөшө проекттары һәм 796 хужалыҡтың ер төҙөлөшө һәм игенселек системаһы проекттары һ.б. эшләнә. Аграр университет, Ауыл хужалығы институты, Биология институты, Социальиҡтисади тикшеренеүҙәр институты һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: С.М.Полюдов (1961 й. алып), иҡт. ф. канд. Г.А.Карцев (1965 й. алып), иҡт. ф. канд. И.Д.Стафийчук (1970 й. алып), И.Н.Кирсанов (1984 й. алып), И.З.Хәйруллин (1996 й. алып), Д.И. Хәбибуллин (2000 й. алып); 2001 й. штаттан тыш идарасы — техник ф. канд. В.В. Бәширов.

И.Д.Стафийчук

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика