ИҪКЕ ҠАРҒАЛЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Сулпанғош й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 675 кеше; 1920 — 902; 1939 — 821; 1959 — 651; 1989 — 358; 2002 — 294; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Таҙлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. Ҡарғалы исеме м‑н билдәле. 1795 й. 13 йортта 84 кеше йәшәгән, 1865 й. 66 йортта — 286 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Ҡарғалы бүлендек ауылы (хәҙ. Борай р‑нында) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке