ИҪКЕ БАЛҒАЖЫ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай-Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 14 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 52 кеше; 1939 — 133; 1959 — 196; 1989 — 56; 2002 — 100; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Балғажы а. (хәҙ. Әлшәй р‑ны) кешеләре Балғажы отрубы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Кесе Балғажы исеме м‑н теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018