ИҪКЕ ХӘЛИЛ, Дыуан р-нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 554 кеше; 1920 — 331; 1939 — 358; 1959 — 516; 1989 — 270; 2002 — 351; 2010 — 378 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Мәсәғүт лицейы филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер юлы Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып Хәлил исеме (улус старшинаһы Хәлил Яҡуповтың исеменән, тип фараз ителә) м‑н билдәле. 1795 й. 33 йортта 186 кеше йәшәгән, 1865 й. 53 йортта — 282 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 20 б. башында Яңы Хәлил бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен алған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1939 й. Иҫке Хәлилгә — 19 б. башында нигеҙләнгән Киссубай а., 1973 й. Романовка утары (20 б. башында нигеҙләнгән) ҡушылған. Ауыл эргәһендә Иҫке Хәлил ҡурғандары бар. Т.Г.Байышев, Н.Ҡ.Ҡәрипов, З.М.Ханнанова, Р.И.Хисамова ошо ауылда тыуған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018