ВИНОГРАД, й ө ҙ ө м (Vitis), виноград һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда культуралы В. үҫтерелә. Күп йыллыҡ ағас һымаҡ лиана. Һабағы (сыбыҡ) 7 м тиклем оҙонлоҡта. Япрағы ябай, өс һәм биш айырсалы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе ваҡ, йәшел төҫтә, һепертке һымаҡ сәскәлеккә тупланған. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — йомро еләк, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, алтынһыу йәшел, ҡуйы күк төҫтә, ауырлығы яҡынса 2 г. Авг.—сент. өлгөрә. Составында 20— 30% шәкәр, 1,8%‑ҡа тиклем органик к‑та, 1,5%‑ҡа тиклем аҡһым матдәләре, пектиндар, С, В төркөмө витаминдары һ.б. бар. Йылы яратыусы үҫемлек, бөрөләнгән ваҡытта В. ‑2°С‑ҡа тиклем ҡырауға, ҡышын ике ҡат япма аҫтында яҡынса ‑40°С т‑раға сыҙай. Йәш ботаҡ, ҡыуаҡты бүлеү һәм үҫенте м‑н үрсетелә. Яҙын тупраҡ 30 см тәрәнлектә 10°С‑ҡа тиклем йылынғандан һуң, үҫемлектәр 1,5—2,0 м аралыҡта ҡалҡыу, үткәүел елдән һаҡланған участкаларҙа ултыртыла. 2—3‑сө йылға шпалер ҡуйыла. Респ. шарттарында күп еңле елпеүес һымаҡ формалашҡан ҡыуаҡ ҡулланыла. Уңдырышлылығы 193 ц/га (Кушнаренко емеш-еләк культуралары селекцияһы үҙәге, 1999). Емеше яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. В. яңы сорттарын сығарыу һәм зона агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. алып Кушнаренко тәж.‑производство хужалығында (Н.В.Майстренко, Л.Н.Стреляева, М.Ғ.Әбдиева һ.б.) үткәрелә. В. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Александр, Башкирский, Юбилейный һ.б. сорттар ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: С т р е л я е в а Л.Н. Культура винограда в Башкирии. Уфа, 1966.

 

М.Ғ.Әбдеева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика