ИҪКЕ ТУРАЙ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл, Иҫке Турай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 50 км алыҫлыҡта Ҡыҙаш й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1624 кеше; 1920 — 2053; 1939 — 1996; 1959 — 1517; 1989 — 825; 2002 — 638; 2010 — 771 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Турай исеме м‑н нигеҙ һала, 1707 й. алып билдәле. 1743 й., 1809 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 24 йортта 167 кеше йәшәгән, 1865 й. 164 йортта — 950 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 2 һыу тирмәне булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑башҡорт училищеһы, мәҙрәсә, 1 шарап, 2 бакалея һәм 4 мануфактура кибете теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Турай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ә.Ғ.Әбсәләмова ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.