ИҪКЕ ТУРАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 30 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 414 кеше; 1920 — 345; 1939 — 373; 1959 — 330; 1989 — 180; 2002 — 239; 2010 — 202 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мариҙар нигеҙ һала, 1594 й. алып Турай исеме м‑н билдәле. 1795 й. 101 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 41 йортта — 248 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. Я.Я.Яндуғанов ошо ауылда тыуған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.