ИҪКЕ ТУҠРАН, Борай р-нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Әбдрәшбаш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 629 кеше; 1920 — 658; 1939 — 617; 1959 — 488; 1989 — 254; 2002 — 220; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1725 й. алып Туҡран исеме м‑н билдәле. 19 б. башында бында керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1795 й. 203 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 122 йортта — 816 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.