АҒУРҘА, Төпәк, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 107 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 306 кеше; 1920 — 376; 1939 — 178; 1959 — 143; 1989 — 112; 2002 — 116; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (14 йортта 62 кеше) алып А. (тәүге төпләнеүсе Ағурҙа Ҡусҡаров исеменән) исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Мурҙа исеме м‑н теркәлгән. 1866 й. 45 йортта 222 кеше йәшәгән. Мәсет булған. Ф.Ш.Латипова ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.