ИҪКЕ КҮКТАУ, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫке Күктау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 6 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 113 км алыҫлыҡта Кикисеү й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1108 кеше; 1920 — 1374; 1939 — 1173; 1959 — 890; 1989 — 651; 2002 — 665; 2010 — 669 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1745 й. Күктау исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. Яңы Күктау а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Яңы Әҙәм а. яһаҡлы татарҙар һәм мариҙар (улар һуңынан бөтәһе лә типтәрҙәр ҡатламына күсә) төпләнә. 18 б. аҙ. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 25 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 689 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 тирмән, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018