ВЕСЕЛОВ Станислав Юрьевич (27.3. 1954, Өфө), биохимик, иммунолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) “Иммунопрепарат” ҒПБ‑нда эшләй. 1991 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлек гормондарын өйрәнеүгә, кешенең вируслы инфекцияларын (геморрагик биҙгәк, грипп һ.б.) иммунодиагностикалауға арналған. В. стресс факторҙары тәьҫирендә фитогормондарҙың концентрацияһы үҙгәреү механизмдарын, үҫемлектәрҙең үҫеүе һәм һыу алмашыныуы өсөн уларҙың әһәмиәтен асыҡлай; фитогормондарҙың иммуногистохимик локалләшеүенең методик базаһын эшләй. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Использование антител для количественного определения, очистки и локализации регуляторов роста растений. Уфа, 1998; Гормоны растений: регуляция концентрации и связь с ростом и водным обменом. М., 2007 (авторҙ.); Таш күпер Effect on shoot water relations, and cytokinin and abscisic acid levels of inducing expression of a gene coding for isopentenyltransferase in roots of transgenic tobacco plants //Experimental Botany. 2010. Vol.61. №13 (авторҙ.).

 Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика