ИҪКЕ ҠОҘАШ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡоҙаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 970 кеше; 1920 — 1034; 1939 — 948; 1959 — 767; 1989 — 380; 2002 — 385; 2010 — 395 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1721 й. алып Ҡоҙаш исеме м‑н билдәле. 19 б. башында Яңы Ҡоҙаш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 95 йортта 596 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. В.З.Ғәлимова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке