ИҪКЕ ҠАРАҒОШ, Борай р‑нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 99 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 954 кеше; 1920 — 1343; 1939 — 872; 1959 — 806; 1989 — 396; 2002 — 373; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Кәшкәләү урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1742 й. алып Ҡарағош исеме м‑н билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар төпләнгән). 1795 й. 22 йортта 168 кеше йәшәгән, 1865 й. 163 йортта — 909 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Ҡарағош а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018