ИҪКЕ ҠӘЛМИӘР, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡәлмиәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 690 кеше; 1920 — 724; 1939 — 668; 1959 — 669; 1989 — 503; 2002 — 438; 2010 — 410 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Өфө‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1670 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1673 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар Ҡәлмиәр исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 141 йортта 857 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея һәм шарап кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡәлмиәр бүлендек ауылы (20‑се йй. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.