АҒУНАЛАР, тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар һәм ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған ваҡ һәм урта ҙурлыҡтағы ҡоштар. Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Ултыраҡ йәки күсмә ҡоштар.

БР‑ҙа ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған аҡ А. һәм ҡырғауылдар ғаиләһенә ҡараған һоро А. осрай. Аҡ А. кәүҙә оҙонлоғо 37—42 см, ауырлығы 400—800 г, һоро А. ярашлы рәүештә 29—34 см, 320—450 г; ата ҡоштар ҙурыраҡ. Һоро А. ҡауырһын ҡапламы сыбар: башы ерән, муйыны күкһел һоро (инә ҡоштоң муйыны һәм күкрәгенең өҫтө ҡыҙғылт һәм ерәнһыу төҫмөрлө). Ата ҡоштоң ҡорһағында көрән тап бар, инә ҡошта ул бәләкәй йәки бөтөнләй юҡ. Аяҡтары ҡыҫҡа, бәкәл һөйәге һәм бармаҡтары йөнтәҫ. Аҡ А. яҙын муйыны һәм башы ҡыҙғылт көрән, ҡауырһын ҡапламының ҡалған өлөшө аҡ, арҡаһында һирәк көрән таптар, йәйен — ҡыҙғылт ерән, арҡыры ҡара таптар бар, ҡорһағы тоноҡ аҡ, ҡышын — аҡ. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, йөнтәҫ түгел. Ҡанаттары ҡыҫҡа, киң, һоро А. ҡанатының япма ҡауырһындарында асыҡ төҫтәге арҡыры һыҙаттар бар. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Моногам. Ер өҫтөндә йәшәй. Ояһын ерҙә ҡора. Аҡ А. ғәҙәттә 8—12 тоноҡ һары йәки көрән таплы ҡыҙғылт, һоро А. — 12—18 ҡыҙғылт йәки асыҡ көрән йомортҡа һала; инә ҡош баҫа, аҡ А. 21—22 көн, һоро А. — 21—26 көн. Төрлө үҫемлек өлөштәре һәм бөжәктәр м‑н туҡлана. Болондарҙа, яландарҙа, һаҙлыҡтарҙа, далала, һирәк урмандарҙа йәшәй.

Һоро А. респ. бөтә терр‑яһында, аҡ А. Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке