ВЕНГР ТЕЛЕ, фин-уғыр телдәренең береһе (уғыр төркөмө). Венгрияның дәүләт теле. Шулай уҡ Румынияла, Сербияла (Воеводинола), Словакияла һ.б. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 14 млн ашыу кеше. Манси һәм ханты телдәренә яҡын. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙ. уғыр тәү теленә барып тоташа. Хәҙ. В.т. 8 диалект бар: дунай аръяғы, көнбайыш, мезёшег (закирай-хаг), палоц (төньяҡ-көнбайыш), төньяҡ-көнсығыш, секей, тиса (дунай-тиса), көньяҡ (альфёльд). Әҙәби В.т. 16—19 бб. төньяҡ-көнсығыш диалект нигеҙендә формалаша. В.т. фонетикаһы оҙон һәм ҡыҫҡа фонемаларҙың ҡаршы ҡуйылыуы, һүҙ башында тартынҡыларҙың бергә килмәүе, баҫымдың тәүге ижеккә төшөүе м‑н характерлана. В.т. нигеҙҙә агглютинатив типта (ҡара: Агглютинатив телдәр) һаҡланған, әммә уға флективлыҡтың да ҡайһы бер элементтары хас. Морфол. төҙөлөшө енес категорияһының булмауы, килештәр һанының күп булыуы (20‑нән ашыу) м‑н характерлана. Билдәлелек (а/аz) һәм билдәһеҙлек (еgу) артиклдәре билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһын сағылдырыу сараһы булып тора. Һүҙьяһалышына суффиксты һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу хас. Синтаксисында төрлө типтағы ҡушма һөйләмдәр киң таралған. Һөйләмдә сифат м‑н бирелгән аныҡлаусы, аныҡланыусы һүҙҙән алда килеп, уның м‑н ярашмай, әгәр ҙә күрһәтеү алмашы м‑н бирелһә, һан һәм килештә яраша. Яҙыуы латин алфавитына нигеҙләнгән. Алфавиты 39 хәрефтән тора. Лексикаһында төрки телдәрҙән, славян телдәренән һәм немец теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ. Башҡорт телендә һәм В.т. параллелдәр халыҡтарҙың оҙайлы аралашыуын дәлилләй (ҡара: Боронғо венгрҙар, Бөйөк Венгрия). Башҡ.-венгр тел оҡшашлыҡтарына ватан һәм сит ил ғалимдарының — Т.М.Ғариповтың, Ж.Ғ.Кейекбаевтың, Рәил Ғ.Кузеевтың, Ю.Неметтың, В.Проленың, М.Рясянендың, Б.А.Серебренниковтың һ.б. тикшеренеүҙәре арналған.

Әҙәб.: С е р е б р е н н и к о в Б.А. К вопросу о связи башкирского языка с венгерским. Уфа, 1963; Н е м е т Ю.Ф. Венгерские племенные названия у башкир //Археология и этнография Башкирии. Т.4. Уфа, 1971. 

 Т.М.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика