ИҪКЕ ҒҮМӘР, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Иҫке Ғүмәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 32 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1185 кеше; 1920 — 1758; 1939 — 1399; 1959 — 844; 1989 — 600; 2002 — 617; 2010 — 581 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ғүмәр исеме м‑н нигеҙ һала. 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — мишәрҙәр, 1816 й. тиклем типтәрҙәр төпләнә. 1795 й. 17 йортта 158 кеше йәшәгән, 1865 й. 129 йортта — 758 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1896 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. Яңы Ғүмәр бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. С.Ш.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018