ИҪКЕ БӘҘӘЙ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Иҫке Бәҙәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 676 кеше; 1920 — 847; 1939 — 726; 1959 — 583; 1989 — 481; 2002 — 479; 2010 — 493 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡыҙылъяр урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Чимари” мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1706 й. алып Бәҙәй (тәүге төпләнеүсе Бәҙәй Байғолов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1742 й. мариҙар Себер даруғаһы Бәләкәй Көҙәй улусы башҡорттары м‑н ошо уҡ ерҙәргә керҙәшлек килешеүе төҙөй. 1865 й. 95 йортта 571 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, шарап һәм бакалея кибеттәре теркәлгән. 20 б. башында Яңы Бәҙәй бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке