ИҪКЕ АРЗАМАТ, Мишкә р-нындағы ауыл, Иҫке Арзамат а/с ҡарай. РРайон үҙәгенән Т.‑Көнс. 14 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 133 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 870 кеше; 1920 — 990; 1939 — 527; 1959 — 482; 1989 — 570; 2002 — 559; 2010 — 570 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1725 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар Азамат (тәүге төпләнеүсе Азамат Яшпархин исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. уртаһынан Арзамат булараҡ иҫәпкә алынған. 1865 й. 89 йортта 522 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 80‑се йй. Яңы Арзамат бүлендек ауылы (20‑се б. 80‑се йй. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, шарап һәм 5 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018