ИҪКЕ УРЪЯ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Уръя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 286; 1939 — 251; 1959 — 208; 1989 — 76; 2002 — 102; 2010 — 89 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1653 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 240 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта — 264 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 19 б. башында Яңы Уръя а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.