ИҪКЕ КӨЙӨК, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Кендекле й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 716 кеше; 1920 — 1025; 1939 — 750; 1959 — 526; 1989 — 313; 2002 — 247; 2010 — 246 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Истәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Көйөк исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 11 йортта 74 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 380 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Көйөк а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.