ИШТЕБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1054 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 890; 1959 — 648; 1989 — 398; 2002 — 360; 2010 — 295 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға Бөрө өйәҙе Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 75 йортта 487 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. тимерлек, 3 бакалея кибете теркәлгән. Ш.Ш.Хәмәҙинуров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке