АҒУНА ҮЛӘНЕ (Dryas), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең төньяҡ өлөшөндә таралған.

Башҡортостанда киҫек япраҡлы А.ү. үҫә. Түшәлеп үҫеүсе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡ, бейеклеге 15 см тиклем. Япрағы ябай, йомортҡа формаһында йәки оҙонса, сите тешле, тиресәле, өҫ яҡтан ялтыр, аҫтан аҡ төклө, һаплы. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ, оҙон төҙ һапта. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, июль—авг. өлгөрә. Ирәмәл һәм Ямантау түбәләрендәге тау тундраһында осрай. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.