ИШМӘКӘЙ, Сурағол, Учалы р‑нындағы ауыл, Ураҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 332 кеше; 1920 — 399; 1939 — 356; 1959 — 360; 1989 — 280; 2002 й. — 291; 2010 — 251 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ураҙ аграр лицейы филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Бикташ Ишмәкәев билдәле. Шулай уҡ Сураман исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 101 кеше йәшәгән, 1866 й. 45 йортта — 288 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке