ИШЛЕ, Белорет р-нындағы ауыл, Ишле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.- Көнб. табан 69 км һәм Олойылға т. юл ст. 10 км алыҫлыҡта Һүренйәк һәм Ишле йй. (Оло Инйәр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 375 кеше; 1959 — 1420; 1989 — 688; 2002 — 80; 2010 — 436 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙендә нигеҙ һалына, 1917 й. алып Ишле утары (5 йортта 25 кеше йәшәгән) булараҡ билдәле. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. 50‑се йй. аҙ. И. 20 б. 20‑се йй. тар колеялы Белорет т. юлын төҙөгән ваҡытта нигеҙләнгән Ишле станцияһы ҡасабаһы ҡушылған. Б.Х.Сөләймәнова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке