ИШКЕН, Учалы р-нындағы ауыл, Уральск а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 42 км һәм Учалы т. юл ст. 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 380 кеше; 1920 — 185; 1939 — 370; 1959 — 282; 1989 — 221; 2002 — 235; 2010 —186 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға кантон башлығының 1847 й. күрһәтмәһе б‑са Верхнеурал өйәҙе Ҡара‑Табын улусы Баҙарғол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ишкен исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Ишкен булараҡ теркәлгән. 1866 й. 40 йортта 220 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке