ВӘХИТОВА Юлиә Венер ҡыҙы (17.10.1973, Өфө), молекуляр биолог, фармаколог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), биол. ф. д‑ры (2007). В.А.Вәхитовтың ҡыҙы. БДМУ‑ны тамамлаған (1996). 1999 й. алып Биол. һәм генетика ин‑тында эшләй: 2003 й. башлап өлкән, 2009 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2011 й. алып лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге яңы матдә —потенциаль клиник кандидат эҙләүгә, яңы дарыу препараттарының молекуляр кимәлдә тәьҫир итеү механизмдарын, иммун системаһының компетентлы күҙәнәктәренең функцияһын көйләүҙә нейромедиаторҙарҙың ролен өйрәнеүгә арналған. В. ҡатнашлығында химик берләшмәләр йыйылмаһын (уларҙан киләсәктә дарыу эшләү өсөн) клиникаға тиклемге скринингылау өсөн яңы быуын тест-системалары төҙөлә. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Идентификация генов-мишеней 5-амино-экзо-3-азатрицикло[5.2.1.02,6]декан-4-онана модели аритмии in vivo //Биоорганическая химия. 2011. Т.37. №6 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

П.: Ю.В.Вәхитова

Яндекс.Метрика