ИШЕМБАЙ, Мусабай, Салауат р‑нындағы ауыл, Ишембай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 38 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.- Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 326 кеше; 1920 — 476; 1939 — 341; 1959 — 363; 1989 — 364; 2002 — 393; 2010 — 463 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мусабай исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. (хәҙ. исемендә) 18 йортта 89 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта — 240 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

З.С.Шәйхетдинов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018