ИШЕМҒОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 461 кеше; 1959 — 548; 1989 — 653; 2002 — 738; 2010 — 671 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

1933 й. “Инәк” с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың Үҙәк усадьбаһы булараҡ нигеҙ һалына, 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке