ВӘХИТОВ Ярулла Хәлиулла улы (11.1.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле  өйәҙе Һарайлы-Моталип а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Һарайлы а., — 23.3.1994, ш. уҡ р‑ндың Яңы Бүләк а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Благовар р‑нының “Игенсе” к‑зында, 1932 й. — “Мотор” к‑зында эшләй; 1935 й. башлап “Урал” к‑зы рәйесе урынбаҫары, 1937—41 йй. һәм 1946 й. алып рәйесе, 1951—61 йй. С.М.Киров ис. к‑з (“Игенсе”, “Мотор”, “Урал” к‑здары нигеҙендә ойошторолған) рәйесе. В. етәкс. С.М.Киров ис. к‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культуралары уңдырышлылығы — 18,1 ц/га, һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 6634 л тәшкил итә (1960). Ленин (1957), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж.Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика