ИШЕМБАЙ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.

Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ишембай Аҡбирҙин исеме м‑н аталған. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында тоҡ тегеү булған. 1934 й. И. Ишембай эшселәр ҡасабаһы составына инә. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 298; 1939 — 378 кеше. 1940 й. ҡарата Ишембай ҡасаба советына ҡараған. С.А.Гармс ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018