ИҠТИСАД, Миәкә р‑нындағы ауыл, Мәнәүезтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 129 кеше; 1959 — 111; 1989 — 100; 2002 — 117; 2010 — 102 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Мәнәүезтамаҡ а. кешеләре ер эшкәртеү ширҡәте булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.