ВӘХИТОВ Шәүәли Мөхәмәт улы [15.12.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ялсыҡай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. малсыһы (1973). 1947—94 йй. Көйөргәҙе р‑нының “Таймаҫ” с‑зында эшләй: 1962 й. алып һауынсы, машина м‑н һауыу операторы, 1987—92 йй. һауын һыйыр көтөүе бригадиры. 1962—79 йй.  һәр һыйырҙан — 5000 кг тиклем, 1980—87 йй. 6432 кг тиклем һөт алған. БАССР ЮС‑ының 6‑сы, 8‑се, 9‑сы, 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1973), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында В. исеме м‑н урам аталған, Көйөргәҙе р‑ны хакимиәте уның исемендәге премия булдырған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика