ИҪТЕРЕК, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Упҡанкүл эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 404 кеше; 1920 — 559; 1939 — 672; 1959 — 479; 1989 — 286; 2002 — 230; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй- Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1778 й. билдәле. 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында керҙәш башҡорттар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша. 1795 й. 46 йортта 164 кеше йәшәгән, 1865 й. 43 йортта — 228 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке