ИСМАҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Үрге Әүжән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 121 км һәм Олойылға т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Оло Әүжән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 672 кеше; 1920 — 948; 1939 — 624; 1959 — 509; 1989 — 280; 2002 — 322; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Соц.‑мәҙәни үҙәк бинаһында төп мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер‑акушерлыҡ пункты урынлашҡан, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Исмаҡай Этйеймәҫов исеме м‑н аталған. 1795 й. 57 йортта 265 кеше йәшәгән. 1834 й. бында Верхнеурал өйәҙе Асҡар а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны) бер нисә ғаилә килеп урынлашҡан. 1866 й. 75 йортта 410 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. И. эргәһендәге Оло Шатаҡ тауындағы ҡарағаслыҡ — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Я.Х.Хамматов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018